Авария Цюрупа урамында теркәлә. Тәрәнлеге яҡынса өс метр, киңлеге дүрт метр булған соҡор ҡойма ямғырҙан хасил булған.
Соҡорға төшкән автомобилдә водитель яңғыҙы булған. Хәүефһеҙлек ҡайышының тағылған булыуы ҡаты йәрәхәттәрҙән аралай. Билдәле булыуынса, иргә салондан сығырға юл инспекторҙары ярҙам иткән.
Автоһәүәҫкәр шаңҡыу хәлендә була, шулай ҙа сәләмәтлегенә зарланмай. Машинаны иһә кран менән сығарырға тура килгән. Әлегә осраҡ сәбәптәре асыҡлана. Хәүефле участка махсус билдәләр менән уратып алынған. Биләмәлә тиҙҙән тергеҙеү эштәре башлана.
Гөлназ Хәйбуллина