Башҡортостанда балаларға пособие тәғәйенләү буйынса һорауҙарға виртуаль ярҙамсы яуап бирә

Махсус ресурс Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Республика менән идара итеү үҙәге тарафынан әҙерләнгән.

Онлайн-кәңәшсе пособие менән бәйле төрлө һорауҙарға яуап табырға ярҙам итә. Күпселек аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә быйыл 1 апрелдән ғәмәлгә ингән социаль ярҙам саралары буйынса мөрәжәғәт итә. 1 апрелгә тиклем пособие күләме йәшәү минимумының 50 процентын тәшкил итә, Башҡортостанда был сумма 5 мең 38 һум. Әммә социаль түләүҙәрҙең күләмен өҫтәтергә лә мөмкин.

Пособие 75 процентҡа артҡанда 7 мең 557, ә 100 процентҡа күтәрелгәндә 10 мең 77 һум тәғәйенләнә. Аҡса ғаиләнең матди хәленә ҡарап билдәләнә. Хәҙер табыш күләме генә түгел, күсемһеҙ милек, транспорт саралары ла иҫәпкә алына. Республикала әле 38 мең тирәһе ғаилә пособиены үҙгәртелгән шарттар буйынса ала.

Өфөнән Әлиә Зәйнетдинова ике бала тәрбиәләй. Социаль түләүҙәр тәртибенә үҙгәрештәр индерелгәндән һуң ул дәүләт хеҙмәттәре аша яңынан ғариза биргән. 10 минут тирәһе ваҡытым китте, уның ҡарауы пособие күләме 2 мең һумдан ашыуға күтәрелде, ти ул.

Рәмзиә Кәримова