Районда 1960 йылдар аҙағында уҙғарыла башлаған «Һаумыһығыҙ ауылдаштар» байрамы хәҙер тотош республикаға таралһа, әле Йәнекәй ауылы яҡташтарын «Кендек ҡаным тамған ер, йәнтөйәгем Йәнекәй» тигән йыйынға тупланы.
Байрамға ошо бәрәкәтле ерлектә үҙҙәре, йә ата-бабалары тыуған кешеләр саҡырылды. Ҡорҙа беҙҙең ижади төркөм дә эшләне. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажында.
Көндәр йылына башлағандан алып төҙөлөш майҙанына әйләнгән Йәнекәй ауылы байрам көнөндә йыр-моңдан яңғырап тора. Эш бөткәс уйнарға ла ярай тигән һымаҡ. Сөнки ерле халыҡ ҡар ирегәндән алып йорт-ҡураһын тәртипкә килтереү менән мәшғүл. Берәүҙәр ҡойма, икенселәре ҡыйыҡ яңырта, өсөнсөләре донъяһын сағыу төҫтәргә буяй.
Хужаларҙың ҡунаҡ ҡаршылар алдынан тырышыуы аңлашыла. Әммә ойоштороусылар әйтеүенсә, байрамдың асылы төҙөкләндереүгә генә ҡайтып ҡалмай, уның нигеҙендә быуындар күсәгилешлеген нығытыу, милли-мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау кеүек ҡиммәттәр ята. Сценарий авторы, билдәле мәҙәниәт хеҙмәткәре Идиә Ғәлимова.
Ошо ерлектә үҙҙәре, йәки ата-бабалары йәшәгән кешеләрҙе бер ҡорға йыйыу ниәтен филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова күтәреп сыға. Күренекле ғалимә фекеренсә, кеше кендек ҡаны тамған ерҙе оноторға тейеш түгел. Ул изге урын, көс-ҡеүәт биреү ерлеге, ти Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы.
Байрам ҡунаҡтары Йәнекәй урамдары буйлап үтте, милли уйындарҙа, спорт ярыштарында ҡатнашты, нәҫел тамырҙарын барланы. Йыйын төбәктең сәхнә оҫталары әҙерләгән концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Ҡорҙа билдәләнеүенә, Йәнекәйҙең киләсәге өмөтлө. Сөнки хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауылда йәштәр күпләп ҡала, балалар һаны йөҙҙән ашыу.
«Йәнтөйәгем Йәнекәй» байрамы сағыу ваҡиғаларға ла, иҫтәлекле осрашыуҙарға ла бай булды. Ошо ерлек бәйләгән кешеләр киләсәктә лә бәйләнеш сылбырын өҙмәҫкә, быуындар күсәгилешлеген һаҡларға, киләсәккә изге аманат итеп тапшырырыға килешеп таралышты.
Рәмзиә Кәримова