Урал аръяғы райондарында уңыштың күп өлөшө ҡоролоҡ арҡаһында зыян күргән

Республиканың көнъяғында эҫелек ғәҙәти күренешкә әйләнеүенә ҡарамаҫтан, быйылғы йәй рекордлы юғары һауа температураһы менән айырыла. Хәлде яуым-төшөм булмауы киҫкенләштерә. Фермерҙар һәм урындағы халыҡҡа эҫелек кеҫәгә һуғыуы ла ихтимал. Йылайыр һәм Баймаҡ райондарындағы хәл тураһында ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Ҡоролоҡтан ер ярыла башлаған. Йылайыр районының ялан зонаһында апрель аҙағынан алып бер тамсы ямғыр күҙе төшмәне, ти фермер Бүләк Аптеков. Ерҙә дым запасы бар саҡта баҫыуҙарҙы сәсеп ҡалалар. Ҡыҙыу ҡояш аҫтында орлоҡтар сыҡмаған, сыҡҡаны ла һирәк һәм бәләкәй. Тимәк, комбайн салғыһына эләкмәйәсәк.

Бер мең гектарҙан ашыу етен, һоло, тары баҫыуҙары яланғас. Былтыр сағыштырмаса яҡшы уңыш йыйып ҡыуанған фермер быйыл урып-йыйыу эштәренә өмөтөн өҙгән. Район буйынса 11 мең гектарҙан ашыу сәселгән майҙандарҙың 9 меңендә уңыш ҡояшҡа янған.

Яманһаҙ ауылында йәшәүсе Фәнил Егоров хужалығында 5 һыйыр, 3 быҙау аҫрай. 16 йыл ауыл көтөүе өсөн дә яуаплы. Эҫе көндәр һәм яуым-төшөмдөң булмауы арҡаһында бесән дә уңмаған. Ошо арала ямғыр яумаһа, бесәнгә төшөүҙең файҙаһы юҡ, ти ул. Күрәһең, ситтән һатып алырға кәрәк буласаҡ.

Киҫкен хәлде мелиорация ҡотҡара алыр ине. Әйткәндәй, Йылайыр районында Советтар Союзы осоронан ике агрегат тороп ҡалған. Улар ярҙамында һыу ятҡылыҡтарына тоташтырылған торбалар аша баҫыуҙарға һыу һибеү мөмкинлеге бар. Ләкин әлеге көндә мелиорация ҡоролмалары буш тора, бер кем дә ҡулланмай. Сәбәбе – уларҙың ҡиммәт булыуында.

Ошондай уҡ хәл Баймаҡ районында ла күҙәтелә. Баҫыуҙарға иген, ярауай һәм техник культуралар сәселгән. Баш агроном һүҙҙәренсә, әлегә йыйыласаҡ уңыш тураһында әйтеүе иртәрәк, 15 мең гектар майҙанда орлоҡтар бөтөнләй сыҡмаған. Мелиорация ҡоролмалары, йәғни ауыл хужалығы ерҙәрендә дымды һаҡлап ҡалыу сараһы бөтөнләй юҡ.

Аграрийҙар өсөн быйылғы йәй ысынлап та һынауға тиң. Урман зонаһында ебәк күбәләге ағастарҙы ҡоротһа, далала ҡара сиңерткәләр артыуы күҙаллана. Шуға күрә 16 июндән Баймаҡ районында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителә, баҫыуҙарҙы химик ашламалар менән эшкәртеү эштәре башҡарыла. Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уңышты һаҡлап ҡалыу, баҫыуҙарға һыу һибеү эштәре үҙгәрештәр кисерә.

Мелиорациялау буйынса дәүләт программаһына ярашлы, киләһе йыл 5 мең гектарға яҡын баҫыуҙарҙы яңы система менән һуғарыу күҙаллана. 2030 йылға тиклем 100 мең гектар майҙанды мелиоратив системалар менән ҡаплап алыу маҡсат итеп ҡуйылған. Тәү сиратта ул техник культуралар, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, рапс һәм кукуруз сәселгән баҫыуҙар, тине Ауыл хужалығы министры. Әлегә аграрийҙар уңыш йыйып алыуға өмөтләнеп урып-йыйыу эштәренә әҙерләнә.

Әлфинә Килдейәрова