Оло Тәләк ауылы эргәһендәге яланда һабантуй милли байрамы гөрләне. Баҫыу батырҙарын тәбрикләү, ат сабыштары һәм бил бирмәҫ батырҙарҙың көрәшен БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин барып күрҙе.
Түбәнге Ләмәҙ ауылы халҡы ҡәҙерле ҡунаҡтарын ҡаршылай. Былтыр пандемия сәбәпле милли байрам үткәрелмәгәйне. Шуға ла урындағы халыҡ һабантуйға һыуһаған.
Дәғүәсеһен оҫта итеп арҡаһына һалған көрәшсе Рәзит Зәйнуллин. Бөгөн дә ул байрамға тәкә оторға килгән.
Һабантуй-бәйге майҙаны. Иглиндә аттарының етеҙлеген Башҡортостандың тиҫтәләгән районынан килгән һыбайлы һынаны. Еңеүсегә Башҡортостан башлығы һәм Татарстан Президенты әҙерләгән ҡорос аттар бүләккә тапшырылды.
Иглин игенселек, малсылыҡ һәм умартасылыҡ үҫешкән төбәк. Ҡалын йүкә урмандары төбәктәге иң тәмле һәм шифалы балды юғары миҡтарҙа йыйырға мөмкинлек бирә.
Иглин уңғандарын Башҡортостандың Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова тәбрикләне.
Иглин һабантуйын күп милләтле төбәктең тирмәләр ҡаласығы биҙәне. Башҡорт, рус һәм татарҙар менән бер рәттән латыш, белорус, сыуаштар байрам түрендә. Телдәр, мәҙәниәттәр һәм сағыу милли кейемдәрҙән күҙ ҡамаша. Был төрлөлөк Иглиндың байлығы, Башҡортостандың хазинаһы ғына.
Рафиҡ Әхмәтшин