Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара совет вәкилдәре менән осрашты. Яҡтар республиканың күләмле сараға әҙерлеген, халыҡ ижадын үҫтереү һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау мәсьәләре буйынса фекер алышты.