Донья фестивален асыу тантанаһы “Өфө-Арена”ла үтә. Доньяның 37 иленән килгән ижади коллективтар әле ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарында йөрөй, Рәсәй һәм Башҡортостан мәҙәниәте менән яҡындан таныша. Уларҙы экскурсоводтар, ирекмәндәр һәм тәржемәселәр оҙатып йөрөй. Прибалтика арьяғынан килгән берҙән-бер коллектив Эстонияның “Сиидисосаро” фольклор ансамбле. Улар милли геройыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәлен ҡарап һоҡланыуҙарын белдерҙе. “Салауат Юлаевтың Рогервик ҡәлғәһендә һуңғы көндәрен үткәреүен беләбеҙ. Беҙҙең ҡоллективта Палдискиҙа йәшәүсе коллегабыҙ ҙа бар”- тине коллектив етәксеһе Хельги Ост.
Фольклор коллективтары бөгөн фестивалде асыу тантанаһында сығыш яһай, һуңынан уларҙың бер өлөшө “Фольклориада йөрәге” фестивалендә ҡатнаша, ҡалғандары республикабыҙҙың 22 районына юллана.
Фольклор байрамының тура трансляцияларын БСТ, “Башҡортостан 24”телеканалдарында һәм социаль селтәрҙәрҙә, шулай уҡ федераль телеканалдарҙа ҡарарға була. Интернетта “фольклориада. онлайн" мобиль ҡушымтаһы ла эшләй.