Саҡмағош районында бөгөн бер күсмә һәм 40 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Митрәй-Әйүп ауылындағыһы федераль программа сиктәрендә сафҡа инһә, ә урындағы фельдшер күптән түгел юғары дәүләт наградаһы менән бүләкләнгән.
Федераль проект сиктәрендә Митрәй-Әйүп ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты 2019 йылда сафҡа инә. Ошо нигеҙҙә халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты яйға һалына. Луиза Нөркәева ошо ауылда тыуып-үҫеп, тыуған яғына эшкә ҡайтҡан белгес. Һаулыҡ һаҡлау тармағында ул бөгөн 30 йылдан ашыу.
Луиза Нөркәева ауылдың 350-ләп кешеһен хеҙмәтләндерә. Хроник ауырыуҙары булған оло йәштәгеләрҙе, бәлиғ булмаған балаларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмай. Ваҡытында халыҡты диспансерлаштырыу, профилактик саралар үткәрергә тырыша.
Әйткәндәй, ауыл фельдшеры күптән түгел «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» билдәһе менән бүләкләнде. Уның нигеҙендә күп йыллыҡ тырыш хеҙмәттән тыш, ауылдаштарының хөрмәте лә ярылып ята. Юҡҡа ғына Митрәй-Әйүп халҡы Луиза Нөркәеваны дарыуҙан бигерәк, йылы һүҙ менән дә дауалауын һыҙыҡ өҫтөнә алмай.
Азат Ғәлиуллин