Руль артында сетерекле хәлдән еңел сығыу, автомобилде оҫта парковкалау һәм тәгәрмәсте алмаштырыу

Бөгөн юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан Бәләбәйҙә гүзәл заттар араһында «Автоледи» конкурсы үтте.

Финалға 6 водитель һайлап алынды. Улар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүҙә, транспорт сараһы менән идара итеүҙә һәм беренсе ярҙам күрһәтеүҙә оҫталыҡтарын күрһәтте. Бәйгегә ҡунаҡ сифатында республиканың элекке баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов саҡырылды Тап уның башланғысы менән республикала «Автоледи» конкурстары ойошторола башлаған.