Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара совет президенты Филипп Боссан Башҡортостанда асылған сараны шулай юғары баһаланы. Фольклориаданы асыу тантанаһы Өфө-арена спорт һарайында уҙҙы һәм иң үҙенсәлекле мәҙәни сара булып республика тарихына инде.
500 интеллектуаль яҡтыртыу приборы, 800 квадрат метр диодлы экран, 100 киловатт тауыш ҡоролмаһы, ҡеүәтле лазер видепроекторҙары ҡулланылған сара йыһазландырыу кимәле буйынса иң юғары талаптарға яуап бирә. Фольклориадала донъяның төрөл ҡитғаларынан меңдән ашыу сәхнә оҫтаһы ҡатнаша. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова асыу тантнаһында булып, донъяның төрлө ҡитғаларынан килгән ҡунаҡтар менән аралашты.
Ике йыл буйы көткән сараға старт бирелә. Башҡортостан донъяның төрлө ҡитғаларынан ҡунаҡтарҙы ҡабул итә. «Өфө-арена» спорт һарайы алдына бер-бер-артлы делегациялар менән автобустар туҡтай. 37 дәүләт, меңдән ашыу сәхнә оҫтаһы.
Һәр береһе үҙенең милли кейемен, мәҙәни ҡомартҡыларын бар матурлығнда сағылдырырға тырыша. Күңелдәр өсөн сик, йөрәктәр өсөн бик булмаған һымаҡ йыр-моңдоң да теле юҡ. Мәҫәлән, Австриянан Мартин Телбингер үҙҙәренең милли көйҙәрен башҡарырға ниәтләй.
Ҡаҙағстан делегацияһы ла сағыу милли кейемдәре менән иғтибарҙы йәлеп итә.Сәхнә оҫталары араһында Башҡортостанға тәүәг килгәндәр ҙә, республиканы икенсе тыуған төйәге тип һанағандар ҙа бар. Бауырйән Алтынбәковтың өләсәһе ошо ерлектән, ул сәфәр барышында үҙенең туғандарын табырға ла ниәтләй. Ә Мәрйән Шиҡитаева башҡорт йырҙарын тыңлап үҫә, ҡыҙҙың әсәһе Әлшәй районынан.
Башҡортостан хаҡында эстондар ҙа яҡшы белә. Улар өсөн беҙҙең республика Салауат батырҙың тыуған ере. Делегация составында милли геройыбыҙ һуңғы көндәрен үткәргән Палдиски ҡалаһы артистары ла бар.
Иң ғәжәпләндергәне Венгрия делегацияһы, улар Башҡортостанға килер алдынан республика мәҙәниәтен дә ныҡлап өйрәнгән, хәҙер уларҙың репертуарында башҡортса йыр ҙа бар. Моңло композицияны оҡшатып өйрәнергә булдыҡ, ти улар.
Бөтә донъя фольклориадаһын мәҙәни олимпиада тип атарға мөмкин. Халыҡ-ара кимәлдәге күләмле сара 4 йылға бер тапҡыр ойошторола. Ҡатнашыусылар республиканың төрлө төбәктәренә сығыш яһаясаҡ, сағыу тамашалар 22 ҡала, районда уҙа.
Ер, йән һәм фольклор. Фольклориаданы асыу тамашаһы өс бүлектән тора. Ул башҡорт халҡының бай тарихын үҙ эсенә ала. Тамашасылар эпос геройҙары менән бергә быуаттар төпкөлөнә сәйәхәт ҡылып ошо ерлектәге бар тарихи ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтыра, үҙ йөрәге аша уҙғара. Ә заманса ҡоролмалар үткәндәрҙе бар ыснбарлығында тергеҙеү ммөкинлеге бирә. Ҡеүтәле яҡтыртыу, тауыш приборҙары менән бындай юғары кимәлдә йыһазландырыған тамаша республикала тәүге тапҡыр.
Киләһе көндәрҙә лә республика халҡын сағыу һәм күләмле тамашалар көтә. Халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе, интерактив акциялар, бай йөкмәткеле сығыштар, хоровод.Әйткәндәй һуңғыһы Гинестың рекордтар китабына инер тип көтөлә.
Фольклориаданы асыу тантанаһы күрһәтеүенсә, сара юғары кимәлдә уҙасаҡ. Филип Боссан белдергнсә, 4 фольклориада уҙғарып шундая яҡшы һәм сағыу итеп ойошторолғанын күргән юҡ ине.
Рәмзиә Кәримова