Ҡайһы бер осраҡта кеше үҙ ғүмере менән дә иҫәпләшә. Ә бит ял итеү өсөн ни бары йөҙ һум түләү ҙә етә. Ләкин халыҡ бушлай ғына, бөтөнләй йыһазландырылмаған пляждарҙа ҡыҙыныуҙы хуп күрә. Һөҙөмтә ҡайһы саҡта йәнде өшөткөс. Ялдар күңелһеҙ тамамланмаһын өсөн ҡотҡарыусылар рейдҡа сыға.
Балалар һыуҙа, ә ата-әсәләр бар донъяһын онотоп яр буйында байрам итә. Бәләнең башы шулай башлана. Өлкәндәр хатта балаһының ҡайҙа һәм нисек йөрөгәнен дә белмәй. Күптәрҙең башына ҡояш ҡына түгел, хәмер ҙә һуҡҡан. Ә бит Өфө йылғаһының Сипайлово бәиҫтәһендәге ярының был өлөшө һыу инеүгә бер нисек тә ҡулайланмаған. Тыйыу билдәләре лә әллә ҡайҙан күренеп тора. Ләкин был алтаҡталар балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә һиҫкәндермәй.
Тәрән булмаһа ла һыуҙа батыусылар етәрлек. Һуңғы тәүлектә генә тап ошо урында бер бала һәм ике үҫмерҙе һыуҙан ҡотҡарып ҡалғандар. Ә бит эргәлә генә түләүле пляж бар. Йыһазландырылған, хәүефһеҙ, уңайлы пляж. Ләкин күптәр ҡырағайҙарса ял итергә күнеккән.
Бәлә килгәндә генә беҙ кәрәк, ә тыныс ваҡытта халыҡҡа һүҙ әйтерлек түгел, аңларға ла теләмәйҙәр, ти ҡотҡарыусылар. Шуға ҡарамаҫтан, улар үҙ эшен намыҫлы үтәй. Көн дә һыу инеү урындары буйлап рейдтар уҙғарыла. Һөҙөмтәһеҙ түгел. Һыу инеү миҙгеле башланғандан алып ҡына улар 56 кешене үлемдән алып ҡалған. Халыҡтың барыһы ла тиҫкәре түгел, иҫкәртеүҙе ишетә һәм тыңлай, ти граждандар хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәр.
Һыу инеү миҙгеле тамамланыуға әле ваҡыт байтаҡ. Шуға күрә ниндәй генә негатив мөнәсәбәт булмаһын ҡотҡарыусылар үҙ эшен дауам итәсәк.
Айнур Кәбиров