Өфөнөң “Торатау” Конгресс-Холы амфитеатрында “Фольклориада йөрәге” фестиваленең төп майҙаны асылды

Бында Бөтә донья фольклориадаһы байрағы күтәрелде. Ҡатнашыусыларҙы Рәсәй мәҙәниәт министры Ольга Любимова сәләмләне. Зәки Вәлиди урамында фольклориадала ҡатнашыусыларҙың милли кейемдәрҙәге парады ла үтте. Донья ижади коллективтарының фекере бер –“Башҡортостанда ҡояш, кешеләре лә ҡояш кеүек һәр саҡ йылмайып тора. Рәсәйгә килеүебеҙгә һәм үҙ мәҙәниәтебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе күрһәтеү мөмкинлеге булыуына бик шатбыҙ”-тиҙәр улар.