Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Яҡын арала бында махсус техника эшләй башлай. Конкурс нигеҙендә төҙөлөш –монтаж эштәре өсөн подрядсы ойошма һайлап алынған. Юл үткәргес 4 һыҙатлы була, оҙонлоғо 106 метр. Шулай уҡ, М-5 автомобиль трассаһынан Ноғай шоссеһына тиклем 2 километрға яҡын яңы юл төҙөләсәк.