Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, туристик маршрут потенциаль яҡтан ҡиммәтле ресурс. Уны дөрөҫ файҙаланғанда туристарға ғына түгел, бюджетҡа ла, төбәк экологияһына ла файҙаһы ҙур. Обьекттар тураһында мәғлүмәт Башҡортостандың туристик ресурстары реестрына индерелә. Ул хужалыҡ эшмәкәрлеген тәбиғәт ҡомартҡыларына зыян килтермәҫлек итеп планлаштырыу мөмкинлеген бирә.