Унда Көйөргәҙе, Ҡариҙел, Өфө, Благовар, Стәрлетамаҡ райондары һыбайлылары сығыш яһаны. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, Ҡариҙел районынан Илнур Мәхмүтов еңеүсе тип танылды. Ул октябрь айында үтәсәк финал ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғы алды. Турнирҙың 5-се этабы 17 июлгә планлаштырылған.