. Башҡортостан Үҫеш корпорацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, М-5 “Урал” федераль трассаһы эргәһендә яғыулыҡ-ҡойоу станцияһы, кафе, ҡунаҡхана, сауҙа киоскылары, автомобиль туҡталҡаһы барлыҡҡа килә. Бының өсөн 51 миллион һум инвестиция йәлеп ителә. Юл яны сервисын үҫтереү концепцияһына ярашлы, 2024 йылғаса республикала заманса 1 мең юл яны комплексы барлыҡҡа килергә тейеш.