Синоптиктар хәбәр итеүенсә, Башҡортостан биләмәһенә ҡыҫҡа ваҡытлы циклон килде. Һауа температураһы көндөҙ +20, +25 градус йылы. Шул уҡ ваҡытта республиканың көньяғында +28 градус эҫе була һәм юғары янғын хәүефе һаҡлана. Аҙнаның икенсе яртыһында иһә Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә лә ҡайтанан эҫетә башлай, һауа температураһы +30 градустан юғарыраҡ күтәрелеүе көтөлә.