Башҡортостанда ял көндәрендә һыуҙа 16 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, батып үлеүселәрҙең күбеһе йәш ир-егеттәр. Һыу ҡорбандары араһында балалар ҙа бар. Шаран районында Иҫке Кескенәш ауылы янында үҫмер ҡыҙҙар быуала һыу ингән, әммә ярға кире сыға алмаған. Краснокамала Ағиҙел йылғаһында 4 кеше менән кәмә түңкәрелгән. Ваҡиғала ике ир батҡан. Ҡотҡарыусылар уларҙың кәүҙәһен эҙләй.