Башҡортостан ҡыҙҙары заман бишалышы буйынса Европа чемпионатында ҡатнаша

Турнир бөгөн Түбәнге Новгород ҡалаһында башланды. Милли команда составында Гөлназ Ғөбәйҙуллина һәм Ульяна Баташова сығыш яһай. Бөгөн ҡыҙҙар эстафетала көслөләрҙе асыҡлай. Әйткәндәй, июндә Ҡаһирәлә үткән заман бишалышы буйынса донъя чемпионатында Гөлназ Ғөбәйҙуллина һәм Ульяна Баташова эстафетала алтын миҙал яуланы һәм Йәйге Олимпиадала ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.