Башҡортостанда уҙған тәүлектә 178 кешелә коронавирус асыҡланған

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, тағы 5 кеше COVID-19 ҡорбаны булған. Пандемия башланғандан алып, коронавирус 42 мең 168 кешелә асыҡланды, 620-һе сирҙән вафат булды. Әле 387 меңдән ашыу кеше коронавирустан вакцинаның ике компонентын да яһатҡан.