Бөгөн Екатеринбургта “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә төбәктәр исемлеге иғлан ителде. Беҙҙең республика сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса илдә беренсе урын алды. “Быйыл биш айҙа сәнәғәт етештереүе индексы 101,5 процент булды. Эшкәртеүҙә айырыуса күрһәткестәр яҡшы – былтырғыға ҡарағанда 5,6 процентҡа күберәк. Сәнәғәтселәргә ярҙам итеү өсөн төрлө саралар күрелә. Инвестиция өлкәһендә яңы алымдар индерелә, федераль программаларҙа ҡатнашабыҙ,” – тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.