Башҡортостандағы Фольклориадаға бәйле репортаждар 30-ҙан ашыу илдә донъя күрҙе

Фестивалде ойоштороусылар белдереүенсә, испан, итальян, немец, ғәрәп, инглиз һәм башҡа телдәрҙә сюжет, мәҡәләләр сыҡҡан. Күптәр Өфөлә ҡуйылған донъя рекорды тураһында яҙған. Амфитеатрҙа үткән дуҫлыҡ әйлән-бәйләнендә 57 илдән 71 милләт вәкиле – 2 мең 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Ул бер юлы төрлө илдәрҙән иң күп кеше ҡатнашҡан әйлән-бәйлән булды.