Башҡортостанда тәбиғәт парктарына инеү түләүле

Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһынан шул турала халыҡты иҫкәртәләр. “Асылыкүл” һәм Ҡандракүлгә инеү өсөн бер кешегә 250 һум түләргә кәрәк, “Мораҙым тарлауығы”, “Еҙем” һәм “Ирәмәл” тәбиғәт парктарында 200 һум алына. Пенсионерҙар, ветерандар, балалар, инвалидтарға инеү бушлай. Йыйылған аҡса тәбиғәт парктарын тәртиптә тотоу, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү өсөн тотонола.