Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте.
Билдәле булыуынса, даими тауар поездары үтеүе һөҙөмтәһендә иртәле-кисле юлдың был участкаһы проблемаға әүерелә. Шуға ла халыҡ яңы үткәүел төҙөү мәсьәләһен беренсе йыл ғына күтәрмәй. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, әлеге мәлдә объектҡа махсус техника индереү һәм эште башлау өсөн барлыҡ әҙерлек эштәре аҙағына яҡынлаша.
Иң мөһиме – төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыуға генераль подрядсыны билдәләү буйынса конкурс процедуралары тамамланған. Яңы юлүткәргес һәр яҡҡа икешәр һыҙатлы буласаҡ, оҙонлоғо 106 метр булыр тип көтөлә. Шулай уҡ М-5 «Урал» трассаһындағы транспорт сиселешенән Нуғай шоссеһына сығыу өсөн ике километрға яҡын яңы юл төҙөләсәк.
Өфө ҡалаһының тыныс үҫешен тәьмин итеү һәм халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн транспорт төйөрҙәрен тағатыу менән эҙмә-эҙлекле шөғөлләнәбеҙ тигән Башҡортостан башлығы.
Илдар Байбулатов