Был турала Өфөлә Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара совет конференцияһында белдерелде.
Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә ойошторолған конференцияның төп темаһы мәҙәни булмаған мираҫты һаҡлау. Сара Рәсәй мәҙәниәт министры Ольга Любимованың видеоҡотлауынан башланды.
Үҙ телмәрендә ул бындай проекттарҙың әһәмиәтен билдәләне һәм Фольклориаданың уңышлы үтеүен теләне. Сығыш яһаусылар белдереүенсә, тарихи тамырҙарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмаған халыҡтың ғына киләсәге бар. Башҡортостан был йәһәттән өлгө булып тора.
Республикала йәшәгән йөҙҙән ашыу милләтең мәҙәниәтен һаҡлау өсөн шарттар булдырылған. Мәҙәниәт учреждениеларының иҫәбе генә 4 меңдән ашыу, Рәсәйҙең башҡа бер төбәгендә лә бындай күрһәткес юҡ. Конференцияла төрлө милләт вәкилдәре үҙҙәренең мәҙәни байлыҡтары менән таныштырҙы, милли музыка ҡоралдарында уйнап ишеттерҙе.
Башҡортостан әкилдәре «Урал батыр» эпосы, милли уйын ҡоралыбыҙ ҡурай хаҡында һөйләне, матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса эш тәжрибәһе менән таныштырҙы.
Рәмзиә Кәримова