Башҡортостандың милли музейында төрлө халыҡтарҙың фольклор атрибуттары урын алды

Халыҡ-ара Фольклориадаға бағышлап битлектәр күргәҙмәһе эшләй башланы.

Битлектәр проекты CIOFF-тың мәҙәниәт буйынса комиссияһы тарафынан 2007 йылда уйлап сығарыла. Бер нисә йыл дауамында төрлө илдәрҙән мәғлүмәт йыйыла. Республиканың төп музейында асылған күргәҙмә – ҙур эҙләнеү эшенең һөҙөмтәһе.

Битлектәрҙең ниндәйҙәре генә юҡ. Барыһының да тарихы халыҡтарҙың барылыҡҡа килгән осорона барып тоташа, фольклор күрһәткесе булып тора. Битлектәр дини бейеүҙәр, карнавал һәм башҡа байрамдарҙа ҡулланылған. Улар яман көстәрҙе еңергә, хәүеф һәм сирҙән араларға ярҙам иткән, тип ышанан боронғолар. Башҡортостандың милли музейында асылған битлектәр күргәҙмәһе 9 июлгә тиклем үҙ эшен дауам итәсәк.

Саралар сылбыры Салауат Юлаев исемендәге майҙанда дауам итте. Интерактив акция сиктәрендә сит ил делегациялары үҙҙәренең мәҙәниәте менән таныштырҙы, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Конгресс-холл алдындағы биләмә ҙур фотозонаға әйләнде. Сараны ҡунаҡтар ғына түгел, урындағы халыҡ та түҙемһеҙлек менән көткән.

Беҙ Панама вәкилдәре, Өфөгә тәүге тапҡыр килдек. Бик матур ҡала. Бөтә донъя Фольклориадаһында ҡатнашыуыбыҙға шатбыҙ, һәр көндән ләззәт алабыҙ. Барыһы ла юғары кимәлдә әҙерләнгән.

Анжелика Куироз, Халыҡ-ара фольклориадала ҡатнашыусы /Панама/

Әлфинә Килдейәрова