Сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге буйынса Башҡортостан илдә беренсе урында

2020 йыл күрһәткестәренә нигеҙләнгән рейтинг бөгөн Екатеринбург ҡалаһында «Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе барышында иғлан ителде. Сарала Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡатнашты. Ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин әҙерләгән репортаж.

Беренсегә һәм берәгәй. Тәүге тапҡыр иғлан ителгән сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлеге рейтингында Башҡортостан беренсе урында. Икенселә Калуга, өсөнсө урында Тула өлкәһе. Краснордар крайы менән Мәскәү өлкәһе 4-се, Свердловск өлкәһе менән Татарстан бишенсе һәм алтынсы баҫҡыстарҙы бүлешә.

Һөҙөмтәләр «Иннопром» халыҡ-ара күргәҙмәһе барышында иғлан ителде. Тикшереү 40 үҙенсәлек буйынса 4 йүнәлештә алып барылған. Сәнәғәткә ярҙам саралары, йүнселдәрҙең әүҙемлеге һәм сәнәғәт етештереү күләме төп күрһәткестәр араһында. Әлбиттә коронавирус пандемияһы мәлендә көстәрҙе туплау һәләтенә лә иғтибар бүленгән.

«Иннопром» күргәҙмәһендә Башҡортостан делегацияһын республика башлығы Радий Хәбиров етәкләй. Ул Рәсәй сауҙа һәм сәнәғәт министрлығына ауыр пандемия йылында күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

«Инвестиция, сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ сәғәттәре форматында үткән кәңәшмәләр тәжрибәһе менән дә таныштырҙы. Шул уҡ ваҡытта сәнәғәт сәйәсәте рейтингында беренсе урын яулау, тәү сиратта предпприятиелар эшмәкәрлеген баһалау тине, - Радий Хәбиров.

«Иннопром» күргәҙмәһе Екатеринбург- Экспо комплексы майҙандарында үтә. Эшлекле программала 150 сара ҡаралған. Төп тема- һығылмалы етештереүсәнлек. Рәсәй Хәкүмәте рәйесе Михаил Мишустин белдереүенсә, коронавирус пандемияһы ғәҙәти эш алымдарын юҡҡа сығара. Сәнәғәт яңы форматҡа күсә.

Башҡортостан башлығы «Уралвагонзавод» экспозицияһында туҡталды. Предприятие республика менән хеҙмәттәшлеген киңәйтә. Осрашыуҙа Өфө һәм Салауат ҡалаларында рельслы еңел транспорт паркын яңыртыу, Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү пункттарын булдырыу мәсьәләләре буйынса фекер алышынды.

Урал пружина заводы «Уралвагонзавод» концернына ҡарай. Башҡортостан башлығы былтыр май айында Белорет ҡалаһына сәфәре барышында предприятие эшмәкәрлеге менән танышты. Заводттың йыллыҡ әйләнеше 2 миллиард һумды ашып китә. Продукцияны Рәсәй һәм Европалағы 5 мең клиент ҡуллана.

Предприятиеның инвестиция проекттары «Сәнәғәт сәғәте» форматында үткән кәңәшмәлә ҡаралды. Радий Хәбиров уларҙың етештереү мәҙәниәтен юғары баһаланы. Һаҡланыу сараларының ҡәтғи үтәлешенә иғтибар бүлде. Предприятиеның Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү буйынса ныҡлы ниәттәре бар.

Радий Хәбиров Рәсәй сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы рейтингында беренсе урынға сығыу, Башҡортостандың идара итеү командаһының ҙур эш һөҙөмтәһе тигән ҡарашта. Пандемия шарттарында ла республиканың индустрия тармаҡтары йылдам үҫешә.

2021 йылдың тәүге биш айында сәнәғәт етештереү индексы 101 ярым процентҡа еткән. Иң ҙур алға китеш эшкәртеү сәнәғәтендә, 5 ярым проценттан ашыу. Был дөйөм республика иҡтисады өсөн дә мөһим. Тулайым төбәк продуктының өстән бер өлөшө тап эшкәртеү сәнәғәтенә тура килә.

Радий Хәбиров шулай уҡ Күмертау авиация етештереү предприятиеһында инвестиция сәйәсәте инструменттарын үҙләштереүҙе уңышлы тәжрибә тип баһаланы.

Сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингын төҙөгәндә Рәсәй сауҙа һәм сәнгәғәт министрлығы сәнәғәт үҫеше төбәк фондтары эшмәкәрлеген дә иҫәпкә алды. Уҙған ососрҙа улар Башҡортостан предпритиеларына 2 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәткән.

Рафиҡ Әхмәтшин