Уҙған көн коллективтар сағыу тамаша менән йәнә таң ҡалдырҙы. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында Рәсәй йырсыһы Тина Кузнецова һәм Zventa Sventana фолк проекты булды. Тина Кузнецова башҡорт милли уйын ҡоралы -ҡурайға ғашиҡ булыуы һәм унда уйнарға өйрәнеп, киләсәктә ижадына индереп ебәреү планы барлығы тураһында белдерҙе.
Фотоһүрәт : “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы сайтынан.