“Башҡортостан продукты” проекты аҙыҡ-түлек булмаған тауар етештереүселәргә булған сикләүҙәрҙе ғәмәлдән алды. Хәҙер күп етештереүселәр тауарҙарын әлеге проект логотибы аҫтында сығарыу, эске һәм тышҡы баҙарҙарҙа уларҙы танытыу буйынса ярҙам мөмкинлеге ала. Бөгөн проектта аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙар етештереүсе 58 предприятие ҡатнаша. “Башҡортостан продукты” билдәһе, тауарҙың республикала етештерелгән тәбиғи сеймалдан эшләнеүен дәлилләй.