“Алкоголь, сигарет тартыу һәм наркотиктарға юҡ”

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа “Алкоголь, сигарет тартыу һәм наркотиктарға юҡ” тигән балалар һүрәттәре бәйгеһендә еңеүселәр тәбрикләнә. Конкурс “Айыҡ Башҡортостан” проекты сиктәрендә уҙғарылды һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Киләсәктә уны даими үткәреү планлаштырыла. Проект республикала 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Төп баҫым сәләмәт тормош рәүешен, балалар менән спорт һәм ижади саралар уҙғарыуҙы пропагандалауға яһала.