Ҡалтасы районына Даниянан килтерелгән һыйыр малдарына индерелгән карантинды ғәмәлдән алды

Был хаҡта Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең республика идаралығы хәбәр итә. Ҡасҡынтурай ауылына ҡайтарылған ҡара-сыбар тоҡомло 136 баш мал карантинда булғайны. Был сара ветеринар-санитар һәм эпидемиология талаптарына ярашлы күрелде. Һыйыр малдарында инфекция һәм вакциналағандан һуң өҙлөгөү осраҡтары асыҡланмаған.