Шаран-Яңы Балтас-Андреевка юлындағы күперҙе реконструкциялау дауам итә

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, әле обьектта тимер-бетон конструкцияларҙы монтажлау, электр селтәрҙәрен күсереү, күпер юлы япмаһында тигеҙләүсе ҡатлам һалыу тамамланған. Реконструкцияланған күперҙе файҙаланыуға тапшырыу октябрь айына планлаштырыла.