Бөгөн Башҡортостанға коронавирустан вакцинаның яңы партияһы килтерелә

Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Республика прививка яһау күрһәткесе буйынса илдә алдынғылар рәтендә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Вакцинация барышын һүлпәнәйтергә ярамай. Сирлеләр араһында өлкән йәштәгеләр күп, беҙгә уларҙы һаҡларға кәрәк”, - тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан коронавирус йоҡтороусылар һаны буйынса Рәсәйҙә 82-се урында. Оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, республикала үткән тәүлектә 178 кешелә хәүефле вирус асыҡланған. Стационарҙа 454 пациент дауалана, уларҙың 48-е ауыр хәлдә.