“Йәш һөнәрмәндәр” чемпионаты финалын уҙғарыу ваҡыты үҙгәрҙе

Ярыш 21 июлдә башланырға тейеш ине. Хөкүмәттә белдереүҙәренсә, сара авгусҡа күсерелә. Бөгөн оператив штаб ултырышы була. Унда Башҡортостанда уҙғарылырға тейешле бөтә сараларҙы икенсе ваҡытҡа билдәләү тураһында ҡарар ҡабул ителә.