Башҡортостандың туризм буйынса дәүләт комитеты Туризм.РФ дәүләт корпорацияһына заявкалар биргән

Ул “Морат тауы” шифаханаһы, “Павловкалағы ял йорттары”, “”Красноусол премиум” комплексы, “Ҡунаҡ-тур” пейзаж-отелен үҫтереү буйынса инвестиция проекттарын өлөшләтә финанслау алыу өсөн мөһим. Был айҙа бишенсе заявка әҙерләнә. Обьекттар “Оло Урал” макро төбәгенә индерелә. Ул Силәбе, Свердловск өлкәләре һәм Пермь крайы менән берлектә ойошторола. Берләшеү федераль үҙәк булышлығында берҙәм инфраструктура булдырыу мөмкинлеге һәм туристик баҙарҙа төбәктәрҙе танытыуға ныҡлы импульс бирәсәк тип көтөлә.