“Ауыл хужалығын страховкалау өлкәһендә дәүләт ярҙамы” федераль законына үҙгәрештәр тураһында ҡанун көсөнә инде. Ул тәбиғәткә бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ауыл хужалығын страховкалауҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән. 1 июлдән юғалтыуҙарҙың бер өлөшөн ҡаплау зыян күләменең 80 процентын тәшкил итә. Кесе эшҡыуарлыҡ субьекттары өсөн компенсация 2023 йылға тиклем һаҡлана, һуңынан 2025 йылғаса этаплап, ҙур хужалыҡтарға 1 йылдан 50 процентҡа түбәнәйә. Быйыл республика баҫыуҙарында ҡоролоҡтан сәсеүлектәрҙең байтаҡ өлөшө зыян күрҙе.