Башҡортостан махсус йыһазландырылған ҡомлоҡтар буйынса Волга буйы округында беренсе урынды биләй

Республика биләмәһендә бөгөн ошондай 101 пляж эшләй. Шул уҡ ваҡытта, тыйылған урындарҙа һыу инеп батып үлеүселәр һаны көндән-көн арта. Башлыса, эскән килеш һыу ингән ир-егеттәр һәләк була.