“Муха” киностудияһында Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы вәкилдәре менән осрашыу үтте. Унда Йәнһүрәт төшөрөү мәктәбе проекты тәҡдим ителде. Уға ярашлы, балалар һәм өлкәндәр йәнһүрәт эшләү серҙәренә төшөнә ала. Йәнһүрәт төшөрөү мәктәбе Өфөләге IT-кластерҙың бер өлөшө була.