Торатауҙа экологик һуҡмаҡ барлыҡҡа килә

Радий Хәбиров шул турала белдерҙе. Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, шиханда тарихи-мәҙәни экспертиза ойошторола. Тауҙа һирәк үҫемлектәр үҫә, ҡоштар оялай, геологик ҡомартҡылар бар. Шуға ғалимдар, экологтар, геологтар, биологтар һәм урындағы халыҡ баһа бирергә тейеш. Радий Хәбиров билдәләүенсә, экологик һуҡмаҡ тауҙың көнсығыш һәм төньяҡ һырттарынан һалына. Уның оҙонлоғо яҡынса 1 мең метр була. “Юл ыңғайы эскәмйәләр ҡуйыла, күҙәтеү майҙансыҡтары ҡорола. Һәр ғаилә балалары менән әкренләп, ял итә итә тау башына менә ала”, - тип яҙа Радий Хәбиров.