Боливия милли делегацияһы иһә рус халыҡ йыры “Калинка”ны башҡарҙы

Көньяҡ Америка иле вәкилдәре йырҙы махсус өйрәнгән. Фольклориаданы ҡабул итеүсе ил йырҙары һәм бейеүҙәре менән сығыш яһау – хужаларға ихтирам һәм рәхмәт билдәһе. Ансамбль сығышын рус телендә “Рәхмәт” тип яҙып йомғаҡланы. Тамашасылар Пензанан “Вензель” хореография ансамбле, Австрияның “Россекер” һәм Италияның “Чино Эрмакора” халыҡ бейеүҙәре коллективтары сығыштарын да көслө алҡыштар менән оҙатты.