Манижа: “Фольклориада “Евровидение”ға оҡшаған. Масштабы хайран ҡалырлыҡ"

Манижа Бөтә донъя фольклориадаһын “Евровидение” менән сағыштырҙы. Йырсы кисә Өфөлә “Ватан” паркында үткән концертта төп ҡунаҡ булараҡ сығыш яһаны. Журналистар менән аралашҡанда ул фольклор байрамының масштабына, йырсы һәм музыканттарҙың күплегенә һоҡланыуын йәшермәне.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Манижа Өфөлә тапшырылған үҙенсәлекле бүләктәр һәм башҡорт милли ризыҡтары тураһында ла фекере менән уртаҡлашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн Бөтә донъя Фольклориадаһына килгән сит ил коллективтары Өфө, Октябрьский ҡалалары, Учалы, Борай, Тәтешле райондарында сығыш яһай. Баш ҡалабыҙҙа 3 фан-зона булдырылған. “Беренсе май”, “Дим” һәм “Тулҡын” парктарында экрандар урынлаштырылған. Тура трансляция алдынан был баҡсаларҙа Өфөнөң йыр һәм бейеү ансамблдәре сығыш яһай. Унда шулай уҡ сувенир кибеттәре эшләй, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Фан-биләмәләр 18 сәғәттән төнгө ун бергә тиклем асыҡ була.