Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров граждандарҙың ер хоҡуҡтары тураһындағы ҡанунға ҡул ҡуйҙы

Документ республика парламентының яҙғы сессияһын йомғаҡлау ултырышында ҡабул ителгәйне. Һүҙ торлаҡ төҙөү өсөн бушлай ер участкаһына хоҡуғы булған күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр тураһында бара. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, ғаиләнең күп йылдар ер алырға сиратта торған осоронда балалары вафат булыу осраҡтары ла була. һөҙөмтәлә был ғаилә бушлай ер алыуға булған хоҡуғын юғалта. Яңы закон был ғаиләләр өсөн ергә булған хоҡуғын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге бирә.