Башҡортостан халҡының ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары буйынса төбәк операторҙарына 1 млрд һум бурысы бар

Шул уҡ ваҡытта сүп сығарған өсөн түләүҙәрҙең 90 проценттан ашыуы йыйыла. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, операторҙар теркәлгән контейнер майҙансыҡтарының бөтәһенән дә ҡалдыҡтарҙы сығара. “Әммә сүп-сарҙы ваҡытында алып китеү һәм был эште сифатлы итеп башҡарыу буйынса һорауҙар күп әле”, - тине Хөкүмәт рәйесе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға бәйле иң күп ялыуҙар Өфө һәм Нефтекама ҡалалары, Өфө районында йәшәүселәрҙән килгән. Мөрәжәғәттәр “Инцидент-менеджмент” системаһында теркәлә бара.