Ул Иглин районында М5 автомобиль трассаһы эргәһендәге юл яны комплексы төҙөлөшө. Инвестор бында юғары хеҙмәтләндереү кимәлендә тулы сервис ойоштороуҙы планлаштыра. Проектҡа 52 миллион һум йүнәлтелә. 30 эш урыны булдырыла. Комплекста туҡланыу пункты, ҡунаҡхана, автомобиль туҡталҡаһы, санузел, душ бүлмәләре, техник хеҙмәтләндереү зонаһы, запас частәр магазины һәм сауҙа рәттәре була.