Был турала Башҡортостан башлығы бөгөнгө оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Ҡунаҡтар араһында мәкерле сирҙе йоҡтороуҙың 3-4 осрағы асыҡланған. Ижади коллективтар шунда уҡ кире ҡайтарылған, улар халыҡ-ара сарала сығыш яһамай.
Был Мәскәүҙең «Гжель» ансамбле һәм Үзбәкстан коллективы. Шулай уҡ июль аҙағында уҙасаҡ ВорлдСкилс чемпионатының да ваҡыты үҙгәрә, эпидемилогик хәл тотороҡло булһа күләмле сара август аҙағында ойошторолор тип көтөлә. Бөрөлә үткәрелергә тейешле Ғаилә, һөйөү һәм тоғролоҡ фестивале лә билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелә. Үҙгәрештәр хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Ике йыл буйы көткән Фольклориада программаһының яртыһы тиерлек тамам. Халыҡ-ара кимәлдәге сара бар хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып уҙғарыла. Радий Хәбиров именлек һағында торған Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте белгестәренә оператив эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Улар етди тикшереүҙәр алып бара, даими рәүештә анализдар ала. Әммә башҡа күләмле сарларҙы кисектереү ҡарала. Төп сәбәп- һуңғы аҙналарҙа коронавирус инфекцияһының артыуы.
Әле Башҡортостанда ковид пациенттар өсөн 3 меңгә яҡын урын әҙерләнгән, уларҙың 80 проценты тулы. Республика төбәктәре буйлап «Сәләмәтлек поезы» ла йөрөй. Апрелдән алып 25 машина һәм 158 белгес райондарҙа медицина тикшереүе үткәрә. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда вакцинация яһатыусылар арта. Прививканы поликлиникаларҙа ла, мобиль пункттарҙа ла эшләтергә мөмкин.
Оператив кәңәшмәлә ҡаралған тағы ла бер проблема- тирә-яҡ мөхиттең таҙалығы менән бәйле. Өфө халҡы май башынан алып һауаның бысраныуына, еҫ таралыуға зарлана. Рәсәй тәбиғәтте күҙәтеү хеҙмәтенең Көньяҡ Урал бүлексәһе 30 июндә кешеләрҙең мөрәжәғәттәре буйынса пландан тыш тикшереү башлаған. Башҡала билмәһендә ҡайһы бер зыянлы матдәләрҙең тейешле норманан 2 тапҡырға артығыраҡ булыуы асыҡланған.
Ихтыяж булған осраҡта тикшереү эштәре тағы ла 20 көнгә һуҙыласаҡ. Радий Хәбиров Өфө нефть химия заводтарын ныҡлы күҙәтеүгә алырға ҡушты. Һауаның ағыуланыуы Черкассылағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонында ике тапҡыр янғын сығыуы менән дә бәйле.
Был осраҡтар буйынса ғәйепле кешеләрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған. Республика башлығы киләсәктә бындай етешһеҙлектәргә юл ҡуймау бурысын йөкмәтте.
Нефть-химия предприятиеларының эшмкәрлегенгә килгәндә әле һығымталар яһарға иртәрәк. Тикшереүсе органдарҙың рейд һөҙөмтәлерен көтөү мотлаҡ. Сәнәғәтселәрҙе ғәйебе иҫбатланған осраҡта уларға эҙемтәләрҙе бөтөрөү менән дә шөғөлләнергә тура киләсәк.
Рәмзиә Кәримова