Фольклориада осҡоно райондарға ла күсте

Бөгөн Учалы халҡы Венгрия, Ҡырғыҙстан, Черногория, Коста-Рика, Америка Ҡушма Штаттары, Швейцария, Албания мәҙәниәте менән таныша ала. Борайҙа Палестина, Франция, Белоруссия, Төньяҡ Македония, Перу, Эквадор, Румыния коллективтары сығыш яһай. Әзербайжан, Хорватия, Һиндостан, Эстония, Чили, Парагвай һәм Бенин коллективтары Тәтешле районында йәшәүселәр өсөн сағыу программа әҙерләгән. Октябрський ҡалаһында Польша, Боливия, Рәсәй, Болгария һәм Мексика ансамблдәре концерты була.