Өфө ирекмәндәре ололарға вакцина ҡаҙатыу өсөн поликлиникаға тиклем барып етергә ярҙам итә

«Берҙәм Рәсәй» колл-үҙәгенә оло йәштәге һәм аҙ мобилле граждандар мөрәжәғәт итә. Уларҙың береһе, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Гөлнур Шафиҡова прививка яһатыу өсөн ирекмәндәрҙе ярҙамға сығара. Егеттәр ҡатынды өйөнән килеп алып, кәрәкле документтарҙы тултырырға ярҙам иткән.

1-се поликлиника терапевты Рәфиә Буранбаева һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта хәүфле сир менән ауырыусылар һаны үҫә. Ул отпускылар миҙгеле һәм санитар-эпидемиологик режимдың йомшартылыуы менән дә бәйле, ти ул.

«Берҙәм Рәсәйҙең» колл-үҙәгенә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске сәғәт 6-ға тиклем шылтыратырға мөмкин. Барлыҡ мөрәжәғәттәр тиҙ арала эшкәртелә. Медицина учреждениеларына тиклем оҙатып барыу кәрәк булған осраҡта ирекмәндәр ярҙамға килә.

Әлфинә Килдейәрова