Эштәр “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы алып барыла. Федераль һәм республика бюджеттары иҫәбенә заманса ҡорамалдар, мебель һәм әҙәбиәт һатып алынған. Интернет үткәрелгән һәм янғын иҫкәртеү приборҙары урынлаштырылған. Китапхана биләмәһен йәшелләндереү эштәре лә бара.