Республика егеттәре ил армияһының элитаһына юллана

Быйыл Башҡортостандан ғилми роталарға ун өс егет алынған, уларҙың һигеҙе Анапалағы «Эра» хәрби инновация технополисына эләккән. Әлегә яҙғы саҡырылышта ҡатнашыусылар поезда юлға сығырға әҙерләнә.

Хәрби хеҙмәткә йыйыу пунктында уларға кейем һәм шәхси гигиена саралары тапшырылды. Ғилми ротаға эләгер өсөн талаптар ҡәтғи. Юғары уҡыу йортон тамамлаусылар ғына алына, өлгәшеү буйынса уртаса балл – 4,5-тән дә түбәнерәк булырға тейеш түгел.

Компьютер программаларын, мәғлүмәт базаларын белеү мотлаҡ. Конкурс буйынса һайлап алғанда кандидаттың ғилми эшмәкәрлегенә лә иғтибар итәләр. Булат Ғәлиханов та Башҡорт дәүләт университетынан һуң тура әрмегә барырға ҡарар иткән, фәнни асыштарға ынтыла.

Ғилми роталар Рәсәйҙең Ҡораллы көстәрендә 2013 йылда уҡ ойошторолған, әлегә уларҙың һаны ике тиҫтәнән ашыу. Хәрби хеҙмәткә алынған һәләтле йәштәр милли оборона өлкәһендәге тикшеренеүҙәрҙә ҡатнаша, программалау, инженер технологиялар, медицина һәм химия йүнәлештәре буйынса белемен камиллаштыра. Һуңғы алты йылда ғына элиталы бүлексәгә 78 яҡташыбыҙ эләккән.

Гөлназ Хәйбуллина