Республикала 234 мең тонна бесән һәм ярты миллион тонна сенаж әҙерләнгән

Башҡортостан хужалыҡтары 306 мең гектар биләмәлә күп йыллыҡ үләндәрҙе сапҡан, был дөйөм майҙандың 69 процентын тәшкил итә. Әлегә 234 мең тонна бесән һәм ярты миллион тонна сенаж әҙерләнгән.

Мал аҙығы етештереү буйынса Благовещен, Балтас, Дыуан, Ҡалтасы һәм Ауырғазы райондары алдынғы урындарҙа. Ишембайҙағы «Едих» предприятиеһында ла бар көстәр бесән йыйыу, сенаж һалыуға йүнәлтелгән. Хужалыҡта ике йыл элек дүрт йөҙ башҡа иҫәпләнгән мал һимертеү комплексы төҙөлгән. Бар эш процессы автоматлаштырылған.

Әлегә хужалыҡта өс йөҙ баш һауын һыйыры иҫәпләнә, һөт Стәрлетамаҡтағы заводҡа оҙатыла. Продукцияның сифаты ныҡлы контролда тотола, таҙалығы, май кимәле тикшерелә. Машина менән һауыу аппараттары ҡуйылыуы, һауынсыларҙың да эшен еңеләйткән.

Гөлназ Хәйбуллина